Аш-һыу
2 Август 2021, 05:37

Кәбеҫтә менән помидор тоҙлайбыҙ

Тоҙлоҡ: 1 литр һыуға: 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе.

Кәбеҫтәне һаламлап турарға, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, ваҡ ҡына итеп болғар боросон турарға, һарымһаҡты иҙергә. Бөтәһен бергә ҡушырға. Стерилләнгән 3 литрлы банканың иң төбөнә лавр япрағы, 5-6 дана ҡара борос, укроп һалырға. Помидорҙарҙы тултырабыҙ, һәр рәтенә кәбеҫтәне һалып барырға. Помидорҙар артыҡ эре булмаһын. Өҫтөнә ҡайнар тоҙлоҡ ҡойорға. Тимер ҡапҡастар менән ябып, өҫтөн йылы әйбер менән ҡапларға.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас