Аш-һыу
26 Июль 2021, 10:20

Ҡыяр маринадлайбыҙ

3 литрлы стерилләнгән банкаға укроп “эшләпәһе”, керән япрағы, һарымһыҡ телемдәре, лавр япрағы, ҡара түңәрәк борос, ҡәнәфер, ҡыҙыл, әсе борос, кориандр һәм йыуылған ҡыярҙарҙы тултырабыҙ.

Ҡыяр маринадлайбыҙҠыяр маринадлайбыҙ
Ҡыяр маринадлайбыҙ

Ҡайнап сыҡҡан һыуҙы шунда ағыҙабыҙ. Һыуы һыуынғас, уны түгәбеҙ. Банкаға 2 аш ҡалағы тоҙ, 4-5 аш ҡалағы шәкәр, 2 лимон киҫәге һалып, тултырғансы тиерлек ҡайнар һыу ҡойорға. Ҡапҡас ябып, уны төнгөлөккә әйләндереп ҡуябыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас