

Сейәләрҙе йыуып, һәр береһен энә менән тишеп, төштәрен алырға ла эмаль һауытҡа һалырға. 300 гр. шәкәр һәм яңы ғына һығып алынған алма һуты өҫтәп талғын утта болғата-болғата 20 минут ҡайнатырға. Аҙаҡтан тағы ла 300 гр. шәкәр өҫтәп, әҙер булғансы ҡайнатырға. Ҡайнар мармеладты ҡоро һәм йылытылған ҙур булмаған (05 л) банкаларға ҡойорға, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибергә лә полиэтилен япҡыстар менән ябырға. Һалҡын урында һаҡларға.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан