Аш-һыу
30 Июнь 2021, 05:00

Әфлисунлы ҡыҙыл ҡарағат желеһы

Был ҡайнатма өсөн 5 кг ҡыҙыл ҡарағат; 1 кг әфлисун; 4 кг шәкәр алына. Ҡарағатты йыуып, берәй һауытҡа һалабыҙ ҙа, туҡмаҡ менән яҡшылап төйөгөҙ йәки блендерҙа иҙегеҙ.

Был ҡайнатма өсөн 5 кг ҡыҙыл ҡарағат; 1 кг әфлисун; 4 кг шәкәр алына. Ҡарағатты йыуып, берәй һауытҡа һалабыҙ ҙа, туҡмаҡ менән яҡшылап төйөгөҙ йәки блендерҙа иҙегеҙ. Төйөлгән массаны ике ҡатлы марляға һалып, һутын һығығыҙ. Бәләкәй генә порциялар менән эшләһәң, уңайлыраҡ. Әфлисундарҙың да һутын һығырға кәрәк. Артабан әфлисун менән ҡарағат һутын бергә ҡушып, шәкәр һалағыҙ һәм эмаль һауытта ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Әленән-әле болғатып тороғоҙ. Ҡайнатып уҡ сығармағыҙ, витаминдары тарҡалмаһын. Ҡайнау хәленә етер-етмәҫтән, стерилләнгән банкаларға ҡайнар килеш тултырып, ҡалай ҡапкас менән ябығыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас