Бының өсөн 2 стакан һыу, 300 г. сейә, 1 стакан шәкәр, 3 бөртөк ҡәнәфер кәрәк.
Сейәне йыуырға, тосынан айы¬рырға. Тосын һыуға һалып ҡайнатырға, һыуын ғына айырып алырға ла уға шәкәр менән ҡәнәферҙе ҡушып, ҡайнатып сығарырға. Ошо сиропты сейәгә һалып, ҡаплап ҡуйырға. Масса һыуынғандан һуң компотты һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Бындай компотты туңдырма һәм печенье менән бергә эсһәң, бигерәк тә тәмле.