Йәйге эҫелә ғаиләбеҙ менән еләк һәм һөттән коктейль яһап эсергә яратабыҙ: еләккә һөт ҡойоп, бер семтем ванилин өҫтәп, күперткәнсе блендер менән туғырға һәм бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Һыуһынды ла ҡандыра, файҙалы ла, еңел дә. Еләк менән һөт самалап алына.