Йыуылған ҡара ҡарағатты табаға һалып, ҡайнар мейестә ҡайнай башлағансы тотоғоҙ. Шул ҡайнар ҡатнашманы бер аҙ һыуытып, иләк аша сығарығыҙ һәм шәкәр ҡушып болғатып, ҡабат табала 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйығыҙ. Әлеге еләк ҡатнашмаһы ҡайнап сыҡҡас, болғата-болғата, 15-20 минут ҡайнатығыҙ. Унан һуң шул йылы ҡарағат ҡатнашмаһын тигеҙләп ҡурғаш йәки пергамент ҡағыҙға йәйеп, бүлмә температураһында киптерегеҙ.