Кәрәк: 150 г он, ярты стакан шәкәр, 70 г май, 1 йомортҡа һарыһы, 3 аш ҡалағы һыу.
Башта он менән шәкәрҙе бутарға, ваҡ итеп туралған аҡ май киҫәктәре һалырға. Шуға йомортҡа һарыһы һәм 2 аш ҡалағы һалҡын һыу өҫтәргә кәрәк. Барыһын бергә бутағандан һуң, тағын һыу өҫтәргә. Әҙер ҡамырҙы пленкаға төрөргә һәм 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Ҡамырҙы йәйеп, төрлө формалар киҫеп 180 градуста духовкала бешерергә. Бешеп сыҡҡас та, шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була.