Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Июнь 2021, 11:47

Чебуректар бешерәйек әле!

Әйҙәгеҙ, ҡайнатылған ҡамырҙан әҙерләнгән чебуреки менән һыйланайыҡ әле.

Әйҙәгеҙ, ҡайнатылған ҡамырҙан әҙерләнгән чебуреки менән һыйланайыҡ әле.
Ҡамыр өсөн: 4 стакан он; 1,3 стакан һыу (320 мл); 1 йомортҡа; 2 аш ҡалағы көнбағыш майы; 0,5 сәй ҡалағы тоҙ.
Фаршҡа: 700 г фарш; 350 г һуған; 1/3 стакан ҡатыҡ; тоҙ, борос, һарымһаҡ та ҡушһағыҙ була.
Һыуға тоҙ, май һалып ҡайнатып сығарырға. Уға шунда уҡ ярты стакан он ҡушып, яҡшы итеп болғатырға. Төйөр ҡалмаҫҡа тейеш. Утты һүндерергә. Артабан йомортҡа һәм ҡалған ондо ҡушып ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы ял иттерер өсөн 1 сәғәткә һалҡын ергә һалып торорға. Һуңынан уны өлөштәргә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәймә йәйергә.
Йәймәнең бер яҡ яртыһына фарш һалырға һәи икенсе яртыһы менән ҡапларға. Ситтәрен бөкләргә. Чебуректарҙы ҡыҙҙырылған майҙа ике яҡлап бешереп алырға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: