Алма бәлешен яратыусыларға тағы ла бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамырға: 1 ҡап аҡ май, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы соданы уксуста һүндерәбеҙ, 2 стакан он.
Быларҙың барыһын да бергә ҡушып, ҡамыр баҫырға, әҙер ҡамырҙы эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек: алмаларҙы турайбыҙ, бер аҙ корица ҡушһағыҙ ҙа була.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, 2 киҫәккә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп майланған табаның төбөнә һалабыҙ, шуның өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ, улар өҫтөнә бер аҙ он (һуты ағып сыҡмаһын өсөн), шәкәр һибәбеҙ. Аҙаҡ ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, алмалар өҫтөнә һалабыҙ һәм бәлеште матурлап бөрәбеҙ.
Бәлештең өҫтөн майлап, 180 градусҡа духовкаға тығабыҙ һәм 30-40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға һалҡын килеш бирелә.