Аш-һыу
31 Май 2021, 14:57

ТӘМЛЕ КӘТЛИТ

Кәтлитттәрҙе тәмле итеү өсөн файҙалы кәңәштәр

Кәтлитттәрҙе тәмле итеү өсөн файҙалы кәңәштәр
*Кәтлиткә тигән фарш бәргеләгәнде ярата. Был уларҙан һауаны сығарырға ярҙам итә. Бындай фарштан әҙерләнгән кәтлит һыулы, бик тәмле була.
* 1 кг ит фаршына 1 сәй ҡалағы иҫәбенән шәкәр ҡушканда, кәтлит һыулы була.
*Фарш шыйығыраҡ килеп сыҡһа, бер аҙ бәрәңге боламығы өҫтәргә мөмкин.
*Ғәҙәттә, кәтлит фаршына икмәк ҡушалар. Әммә бының өсөн иҫкергән икмәк кәрәк. Яңыһы кәтлитте йәбешкәк итә, тәмен боҙа.
*Кәтлитте ҡыҙған майға һалырға кәрәк. Ситтәре ҡыҙғас ҡына утты кәметергә, былай уның һуты ағып сыҡмай, кәтлит һыулыраҡ булып бешә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас