Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
3 литр һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән геркулес ярмаһы һалып 5-10 минут бүрттерәбеҙ. Талғын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туҡтауһыҙ бутап торабыҙ. Бер сәғәт үткәс, кисель һымаҡ массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Артабан уға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға һәм 1 тәүлеккә йылы урынға ултыртырға. Бер тәүлектән һуң буҙа әҙер буласаҡ.