Был салат өсөн 1 тауыҡ түше ите, 300 г корейса кишер, 1 болғар боросо, 200 г фунчоза, йәшел тәмләткестәр, тәменсә тоҙ, борос, кориандр, соя соусы, зәйтүн майы кәрәк.
Барыһын да фунчозаны ҡабында яҙылғанса әҙерләргә. Ҡайнар һыу һалып, бер нисә минут тоторға, һуңынан һалҡын һыуға һалырға. Тауыҡ итен бешереп, шаҡмаҡлап турарға. Ҡыярҙы, болғар боросон, корейса кишерҙе, йәшел тәмләткестәрҙе турап, фунчозаны зәйтүн майын, соя соусын ҡушып бутарға.