Был салатты төрлөсә әҙерләп була, әле иң ябай ысулын тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәк: 300 гр тауыҡ ите, 3 йомортҡа, 100 гр сыр, 1 төш һарымһаҡ, виноград тәлгәштәре, петрушка, майонез, тоҙ.
Йомортҡа һәм сырҙы эре ҡырғыстан, һарымһаҡты вағынан үткәрергә. Тауыҡ итен, путрушканы ваҡ итеп киҫергә. Барыһын да бергә ҡушып, майонез, тоҙ ҡушып бутарға. Һауытҡа һалып һүрәттәгесә өҫтөн ярам виноград киҫәктәре һәм петрушка менән биҙәргә.