Аш-һыу
23 Апрель 2021, 05:05

Кефир менән ҡарабойҙай файҙалы

Гемоглобин күтәрелһен өсөн ошондай бутҡа әҙерләп ашарға кәрәк. Башҡа ярмаларҙан айырмалы рәүештә ҡарабойҙайҙа углеводтар әҙ. Шуға күрә был бутҡа артыҡ ауырлыҡтары, диабет менән ауырыусыларға бик файҙалы.

Бының өсөн 2 аш ҡалағы ҡарабойҙай ярмаһын ҡайнар һыуҙа йыуып алабыҙ. 1 стакан кефирға (1 процентлы) ҡарабойҙайҙы һалып бутайбыҙ. Төнгөлөккә стакандың өҫтөн ҡағыҙ менән ҡаплап һалҡыныраҡ урынға ҡуябыҙ. Иртән ашар алдынан 15 минут ҡалғас ашарға.
Һөҙөмтә ике аҙна ла уҡ күренә. Был ысул ябығырға ла булышлыҡ итә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас