Аш-һыу
22 Апрель 2021, 05:41

Мәкле урама

Әйҙәгеҙ, 15 минут эсендә сәй табынына тәмлекәс әҙерләп ҡарайыҡ. Ҡәҙимге булмаған мәк урамаһы һәр кемгә хуш килер.

Әйҙәгеҙ, 15 минут эсендә сәй табынына тәмлекәс әҙерләп ҡарайыҡ. Ҡәҙимге булмаған мәк урамаһы һәр кемгә хуш килер.
Кәрәк: 1 магазин ләүәше, 150 гр йомшаҡ эремсек, 150 гр брикетлы эремсек, 2 йомортҡа, 80 гр мәк, 100 гр шәкәр.
Тәүҙә мәк бүртһен өсөн ҡайнар һыу менән бешерекләйбеҙ. Эремсекте бер йомортҡа һәм икенсе йомортҡаның ағын, мәк ҡушып туғыйбыҙ. Ләүәшкә был ҡатнашманы һылап сығабыҙ. Уны урап өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылап сығабыҙ ҙа 180 градус духовкала 15 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас