Аш-һыу
20 Апрель 2021, 08:15

Ҡуҙғалаҡ салаты

Тиҙҙән ҡырҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы ла, тәмле лә үләндәрҙең өлгөргән мәле. Рәхәтләнеп йыйып, аш, бәлеш бешерергә, салаттарға ҡушып ашарға мөмкин.

Тиҙҙән ҡырҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы ла, тәмле лә үләндәрҙең өлгөргән мәле. Рәхәтләнеп йыйып, аш, бәлеш бешерергә, салаттарға ҡушып ашарға мөмкин. Әскелтем генә ҡуҙғалаҡ та үҙенең тәме һәм шифалы үҙенсәлектәре менән юғары баһалана. Уның составында С, В1, К, каротин, эфир майҙары, органик кислоталар, шулай уҡ кальций, магний, фосфор, тимер кеүек минераль матдәләр күп.
Ҡуҙғалаҡ салатына 100 гр ҡуҙғалаҡ, 40-50 гр ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, самалап тоҙ, борос, укроп кәрәк.
Йәш ҡуҙғалаҡ япраҡтарын йыуып һәм 2 см киңлектә арҡырыға турап, тәрән һауытҡа һалалар ҙа, тоҙ, борос, ҡаймаҡ өҫтәйҙәр. Яҡшылап болғатырға. Артабан салат һауытына һалалар, кәрәгенсә шәкәр ҡомо ла өҫтәргә мөмкин. Ситтәрен ҡуҙғалаҡ япрағы, өҫтөн дүрткә бүленгән бешкән йомортҡа менән биҙәгеҙ, ваҡ ҡына турап укроп һибегеҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас