Аш-һыу
19 Апрель 2021, 08:50

Алманан бәлеш

Төркөмдәштәргә алманан бик тәмле бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Төркөмдәштәргә алманан бик тәмле бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыр өсөн: ярты ҡап аҡ май, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы соданы уксуста һүндерәбеҙ, 2 стакан он.
Быларҙың барыһын да бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа, әҙер ҡамырҙы эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек: алмаларҙы турайбыҙ, бер аҙ корица ҡушһағыҙ ҙа була.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, 2 киҫәккә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп майланған табаның төбөнә һалабыҙ, шуның өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ, улар өҫтөнә бер аҙ он (һуты ағып сыҡмаһын өсөн) һәм шәкәр һибәбеҙ. Аҙаҡ ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, алмалар өҫтөнә һалабыҙ һәм бәлеште матурлап бөрөп сығабыҙ.
Бәлештең өҫтөн майлап, 180 градусҡа духовкаға тығабыҙ һәм 30-40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға һалҡын килеш бирелә.
Автор фотоһы.
Читайте нас