Кәрәк: 10 йомортҡа, 800 грамм он, тоҙ, шәкәр, аш содаһы, аш һеркәһе, үҫемлек майы, сиропҡа шәкәр, бал кәрәк.
Тәүҙә йомортҡаларҙы туңдырабыҙ, аҙаҡ иретәбеҙ. Йомортҡаға семтеп кенә тоҙ, шәкәр һалабыҙ, балғалаҡтың 1/3 өлөшөндәй генә аш содаһын аш һеркәһендә һүндереп өҫтәйбеҙ. Ондо аҙ-аҙлап ҡына ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Һуҙылып торғансы, ҡулға йәбешмәй башлағансы баҫабыҙ, 15 минут тирәһе үтеп китә. Шунан ҡамырҙы ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙы әҙләп алып, таҡтала тәгәрәтә-тәгәрәтә бау кеүек һуҙығыҙ, шунан 2-3 сантиметр ҙурлыҡ киҫәктәргә ҡырҡып, бауырһаҡ эшләйбеҙ.
Бауырһаҡ бешереү өсөн ҙур алюмин табаҡ яҡшы булыр. Уға 1 литр таҙартылған (рафинирланған) май, ярты стакан таҙартылмаған май, ярты стакан һыу һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡанын көтмәйбеҙ, йылынғас, бауырһаҡтарҙы төшөрәбеҙ. Ҡайнап торған майға һалһаң, бауырһаҡ ярыла. Шуның өсөн дә икенсегә бешерер алдынан майҙы бер аҙ һыуытып алабыҙ, кәрәк икән, тағы ла май өҫтәйбеҙ. 10 – 15 минут самаһы бешерәбеҙ, әленән-әле болғатып торабыҙ.
Бауырһаҡтарҙы һөҙгөс менән һөҙөп, артыҡ майы аҡһын өсөн иләккә һалабыҙ.
Ул арала сироп әҙерләйбеҙ. Бының өсөн бер стакан шәкәргә ярты стакан һыу ҡушып, 10 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Һүндергәс кенә 3-4 ҡалаҡ бал өҫтәйбеҙ.
Бауырһаҡтарҙы ошо сиропҡа һалып бутайбыҙ һәм тәрилкәгә өйөп теҙәбеҙ. Ваҡ мармеладтар менән биҙәйбеҙ.