Буҙа иң шифалы, туҡлыҡлы эсемлектәребеҙҙең береһе. Һоло ярмаһы бөтә булған витаминдарҙы уҙенә йыйған. Әбйәлилдәр буҙа эшләу буйынса иң оҫталары, һуҙҙә юҡ, шунан етә килә Учалы киләлер тип уйлайым. Баймаҡ, Сибайҙар ҙа ҡалышмай, Аллаға шөкөр! Һау булайыҡтар, бар булайыҡтар.
Был юлы минеке лә шәп килеп сыҡты әле ул. Яҙып ҡуяйым эшләнешен: 7 л. кәструл алып һыҙығына тиклем һыу ҡайнатаһың, һыу ҡайнап сыҡҡас 1 кг һоло ярмаһы, геркулес һалаһың, болғатып торор кәрәк, талғын ғына утта ҡайнап сыҡҡас һундереп торҙом, әҙерәк быҡтырып, 1-2 сәғәттән һуң тағы ҡайнатып алдым, аҡ май һалдым, 180-200 грамм. Май ҡушып ҡайнатһаң ныҡ һәйбәт килеп сыға, һыуы айырылып тормай һуңынан, купереп, ҡабарып ҡына тора. Болғатып торор кәрәк төбөнә йәбешмәһен өсөн. 10-15 минут ҡайнатып алғас һундереп өҫтөн ябып ҡуйҙым. Һыуына башлағас йылы ғына булғанда һөҙөп алдым иләк аша ҡалаҡ менән нышып-нышып. Магазиндан алған буҙаны бер сынаяҡ ҡушып болғатып, әсетергә ҡуйҙым. Иртәнсәк купереп кенә әсегән ине. Тәмле булһын!