Кәрәк: 250 гр диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаһы, 2-3 помидор, 1 ҡыҙыл болғар боросо (уны ҡушмаһаң да була),150 гр ҡаты сыр, 2 төш һарымһаҡ, майонез.
Диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын, боросто туҡмастай киҫәһең, помидорҙың эсен алып ярым айҙай турарға. Сырҙы, һарымһаҡты ҡырғыстан үткәрергә. Барыһын да бергә ҡушып, майонез һалып бутарға.