Аш-һыу
31 Март 2021, 01:54

АЛМА БӘЛЕШЕ

Шулай итеп, 2 ст. йылы һыуға 1,5 ҡалаҡ ҡоро сүпрә (10-11 г. бәләкәй пакет) һалырға. Сүпрә иреү менән 4 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ шәкәр, семтем тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫырға ла, ҡабартырға ҡуйырға. Ҡабарып сыҡҡас, шыптырға һалып һыуытҡысҡа ҡуйып алһаң, тағы ла шәп! Ҡамыры тәмле була, бешереп ҡарағыҙ. ЙОМОРТҠА ҡушмайбыҙ!!!

Шунан әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын йәйеп табаға һалғас, манный ярмаһы йә картуф крахмалы һибергә. Уның өҫтөнә туралған алма йә ҡара ҡарағат, аҙаҡ ҡына мул итеп шәкәр һибәбеҙ.(!) Бөтәһен бергә бутап һалмайбыҙ, аңлағанһығыҙҙыр инде! Төрлөсә эксперимент яһағандан һуң әнейем менән бына ошондай фекергә килдек. Бәлештең өҫтөн бәләкәйерәк йәймә менән ҡаплағас, ситтәрен матур итеп бөгөп, уртаһына тишек яһап ҡыҙыу мейескә оҙатабыҙ! Ә! Онотоп торам, көнбағыш майы менән майларға онотмағыҙ! Өҫтө матур булып бешер.
Минән күптәр ниндәй t-ла бешергәнемде һорай. Ышанаһығыҙмы-юҡмы,белмәйем. Сөнки күрһәткесе эшләмәй))) Аш бүлмәһендә тәмле еҫтәр таралауын тояһығыҙмы, әхирәттәр? Тимәк,бәлеш бешкән. 40 минут үтеп тә киткән. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!
Читайте нас