Кәрәк: тауыҡтың 2 түш ите, 200 гр консерваланған бәшмәк, 1 ҡыяр, 1 һуған, 2 бешкән йомортҡа, 2 аш ҡалағы майонез, грек сәтләүеге, тоҙ.
Итте бешереп тышын таҙартып, ваҡ киҫәктәргә теләбеҙ. Бәшмәкте һуған менән бергә көнбағыш майында табала бешереп алабыҙ. Ҡыяр, йомортҡаларҙы ла турап сығабыҙ. Барыһын да бергә майонез, тоҙ ҡушып бутағас, өҫтөнә сәтләүек онтағы һибәбеҙ.