Кәрәк: ярты стакан шәкәр, ярты ҡап аҡ май, ҡамыр күперткес (разрыхлитель), 1 стакан йылы һөт, 1 йомортҡа, самалап он.
Иретелгән аҡ майға, шәкәр, ҡамыр күперткес, йомортҡа, йылымыс һөт ҡушып туғыйбыҙ. Артабан он өҫтәп ҡамыр әҙерләйбеҙ. Уны йәйеп төрлө формалар ярҙамында киҫеп майланған табаға теҙәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр йәки шәкәр пудраһы һибегеҙ. Духовкала 15-20 минутта бешеп сыға. Әгәр ҙә ҡамырҙы йоҡа итеп йәйһәгеҙ, ул кетерләп кенә торасаҡ, ҡамыр ҡалыныраҡ булһа йомшағыраҡ бешер.