Кәрәк: 1 һуған, 2 теш һарымһаҡ, 0,25 стакан 5 процентлы һеркә, 0,5 ст көнбағыш майы, 0,5 сәй ҡалағы шәкәр пудраһы, 1 аш ҡалағы соя соусы, тоҙ, борос, 500 гр тауыҡ бүтәгәһе (желудочки).
Бүтәгәне тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Һыуытып оҙонсалай йоҡа итеп киҫәбеҙ. Уға ярым айҙай туралған һуған, соя соусын, шәкәр пудраһын, тоҙ, борос һалып бутайбыҙ. Артабан был массаға көнбағыш майы, онталған һарымһаҡ, һеркә һалып аҡрын ғына болғатырға. Төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртәгәһен был салат өҫтәл табынын биҙәр.