Аш-һыу
12 Март 2021, 10:16

Тултырылған бәрәңге

Кәрәк була: 12 бәрәңгегә 2 стакан шампиньон, икмәктең йомшаҡ өлөшө, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан һурпа, тоҙ, сыр, укроп-петрушка.

Кәрәк була: 12 бәрәңгегә 2 стакан шампиньон, икмәктең йомшаҡ өлөшө, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан һурпа, тоҙ, сыр, укроп-петрушка.
Әҙерләү тәртибе: Башта эслек әҙерләбеҙ. Бының өсөн бәшмәкте табала аҙ ғына май һалып бешерәбеҙ һәм ваҡлап турайбыҙ ҙа икмәк йомшағы менән ҡушабыҙ. Май, тоҙ өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Эслек әҙер.
Бәрәңгене йыуып, ҡабығын әрсейбеҙ ҙә һалҡын һыуға һалып алабыҙ. Өҫтөн киҫеп, эсенән яртыһын соҡоп сығарабыҙ. Барлыҡҡа килгән ҡыуышҡа әҙер эслекте тултырабыҙ, киҫеп алған түбә менән ҡаплайбыҙ ҙа тәрән эсле табаға тултырабыҙ.
Бәрәңге өҫтөнә үҫемлек майы, һурпа һалып, 30 минут самаһы бешереп алабыҙ. Бәрәңгене духовкала ла бешерергә мөмкин. Аҙаҡ тәрилкәгә ҡуйып, өҫтөнә табалағы һурпаны һибеп, укроп, петрушка ла өҫтәп табынға бирәбеҙ.
Бәрәңгене итле эслек менән дә бешереп була, шулай ук өҫтөнә сыр ҙа ыуырға мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас