Кәрәк: 100 гр кишер, 30 гр шәкәр, 50 гр еләк-емеш, ҡаймаҡ.
Сей кишерҙе шакмаҡлап йәки ваҡ ҡына итеп туҡмаслап турайҙар, эре ҡырғыстан ҡырырға ла мөмкин. Артабан һайыраҡ һауытҡа һалып, шәкәр йә бал, еләк-емеш: башта һалҡын һыу менән, аҙаҡ ҡайнар һыу менән яҡшылап йыуылған йөҙөм, ваҡ ҡына итеп туралған күрәгә йә төшһеҙ ҡара емеш, ҡабығы әрселгән алма ҡушалар.
Барыһын да яҡшылап болғаталар ҙа салат һауытына һалалар, өҫтөнә ҡаймаҡ һибеп, йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирәләр. Әлеге салатҡа ҡаймаҡ урынына ҡатыҡ та һалырға мөмкин.