Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Март 2021, 13:10

“Увертюра” салаты

Был салат байрам өҫтәлен мотлаҡ биҙәр. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар бындай тәмлекәсте үҙ итә. Тәме лә ҡәҙимге түгел...

Был салат байрам өҫтәлен мотлаҡ биҙәр. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар бындай тәмлекәсте үҙ итә. Тәме лә ҡәҙимге түгел...
Кәрәк: 300 гр тауыҡ ите, 200 гр шампиньон, 100 гр ҡаты сыр, 50 гр грек сәтләүеге, 100 гр ҡара емеш, 100 гр майонез, көнбағыш майы, самалап тоҙ, борос.
Бәшмәкте ҙур булмаған киҫәктәргә турап ҡайнар табаға һалып, һыуы сығып бөткәнсе тотабыҙ. Аҙаҡ тоҙ, борос һалып көнбағыш майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Бутап тороғоҙ.
Тауыҡ итен бешереп алғас, турарға. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, грек сәтләүеген иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ.
Хәҙер салат әҙерләйбеҙ.
Тәүге ҡатламға бәшмәк, артабан тауыҡ ите, ҡара емеш, сыр һалабыҙ. Һәр ҡатлам майонез менән яғыла. Иң өҫкә сеткалап һәм йоҡа итеп майонез һалабыҙ. Сәтләүек онтағын һибергә онотмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: