Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
27 Февраль 2021, 17:30

Һә, тигәнсе ҡоймаҡ!

Тиҙ генә яҡындарығыҙҙы ҡоймаҡ менән һыйлап ҡарағығыҙ килһә, әйҙәгеҙ түбәндәге рецептҡа күҙ һалайыҡ.

Тиҙ генә яҡындарығыҙҙы ҡоймаҡ менән һыйлап ҡарағығыҙ килһә, әйҙәгеҙ түбәндәге рецептҡа күҙ һалайыҡ.
Кәрәк: 1 литр кефер (мин әсеп ҡатыҡҡа әйләнгән ауыл һөтө менән эшләнем), ярты сәй ҡалағы сода, 1 балғалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 йомортҡа, самалап он.
Кефир, сода, көнбағыш майы, йомортҡа, тоҙҙо ҡушып ныҡ ҡына туғыйбыҙ. Артабан он һалып, манный бутҡаһы ҡуйылығында ҡамыр әҙерләйбеҙ. Иң тәүҙә бешергәндә табаны майлайбыҙ, артабан майламаһаҡ та ҡоймаҡ йәбешмәйәсәк. Ҡалыныраҡ телде йоторлоҡ ҡоймаҡ килеп сыға. Теләгәндәр аҡ май менән майлап та алырға мөмкин. Ҡайнатма (варенье) йәки бал ҡушып ашаһаң, бигерәк тә татлы буласаҡ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: