Кәрәк: 300 гр маринадланған бәшмәк, 4 кишер, 200 гр сыр, 2 тоҙло ҡыяр, 300 гр ит (ниндәй булһа ла ярай), 4 йомортҡа, 300 гр майонез.
Әҙерләү: кишерҙе бешереп эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Итте тоҙло һыуҙа ҡайнатып ваҡ киҫәктәргә киҫәбеҙ. Бәшмәкте лә, ҡыярҙы ла турап сығабыҙ. Сырҙы ла ҡырғыстан үткәрергә. Салатты ҡатламлап әҙерләйбеҙ. Һәр береһе майонез менән яғыла. Башта бәшмәк, артабан кишер, сыр, тоҙло ҡыяр, ит, йомортҡа килә. Иң өҫкә матурлыҡ өсөн йомортҡа һарыһын ҡырып, бер йомортҡаны һәм бер нисә бәшмәкте йоморолап киҫеп һалабыҙ.