Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Февраль 2021, 13:11

“Нескә” салаты

Телде йоторлоҡ салат, етмәһә еңел әҙерләнә. Бөтә ҡатнашмаларҙы ла шаҡмаҡлап киҫеп, йәки ҡырғыстан үткәреп тә эшләп була.

Телде йоторлоҡ салат, етмәһә еңел әҙерләнә. Бөтә ҡатнашмаларҙы ла шаҡмаҡлап киҫеп, йәки ҡырғыстан үткәреп тә эшләп була.
Кәрәк: 1 ҡап диңгеҙ таяҡсаһы, 150 гр сыр, 3 йомортҡа, сохари (үҙегеҙ киптерһәгеҙ ҙә була), майонез, һарымһаҡ.
Сохаринан тыш, мин барыһын да эре ҡырғыстан үткәрҙем. Һүрәттәгеләй тәрилкә уртаһына ваҡ ҡырғыстан үткәрәлгән һарымһаҡ һәм майонез һалдым. Ашар алдынан барыһын да бергә бутайбыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: