Кәрәк: ярты кәбеҫтә, 1 эре ҡыяр, 1 баш һуған, 200 гр колбаса, майонез, аш тәмләткестәр.
Кәбеҫтәне йоҡа итеп киҫәбеҙ. Пекин кәбеҫтәһе булһа, тағы ла татлыраҡ килеп сыға. Ҡыярҙы, колбасаны туҡмас һымаҡ, һуғанды оҙонса киҫәктәргә киҫәбеҙ. Майонез, аш тәмләткестәр өҫтәп бутайбыҙ. Салат әҙер!