Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, 2-3 ст он, 200 г аҡ май йәки маргарин, 1 ст шәкәр, ҡалаҡ осондай ванилин, 1 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитeль), 150-200 г ҡайнатма (варeньe) йәки джeм.
Әҙерләү:
Майҙы йәки маргаринды талғын утта иретеп һыуытырға ҡуйырға. Һауытҡа шәкәр, май, йомортҡа, ванилинды һалып ныҡ ҡына бутайбыҙ. Ондо ҡамыр күперткес менән ҡушып, уға майлы ҡатнашманы өҫтәп ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамыр ныҡ ҡаты булырға тейеш түгел. Уны ике өлөшкә бүләбеҙ. Бәләкәсерәк өлөшөн һыуытҡысҡа (морозильник) 1 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Ҡалғанын тигеҙ итеп формаға йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнатма һылап сығабыҙ. Һыуытҡыстан ҡамырҙы сығарып уны эре ҡырғыстан үткәреп варенье өҫтөнә һибәбеҙ. Бәлеште 200 градус эҫелектә духовкаға 20-25 минутта бешереп алабыҙ. Сәй табынына бик тәмле ҡайнатмалы бәлеш килеп сыға.