Тиҙ, яйлы һәм тәмле килеп сыға. 20 минут эсендә әҙерләп була.
Кәрәк: 350 г эремсек, 1 йомортҡа, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, ҡалаҡ осонда тоҙ, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 250 г он.
Табаҡҡа эремсек, йомортҡа, ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәр һалып бутайбыҙ. Он, ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Оҙонса итеп әүәләп, яҡынса бармаҡ оҙонлоғо итеп киҫеп сығырға. Ҡыҙған көнбағыш майында алтынһыу-ҡыҙғылт төҫкә кергәнсе бешереп алырға.