Аш-һыу
12 Февраля 2021, 17:01

Манный ҡоймағы

Был рецепт буйынса һәр саҡ уңып бешә!

Был рецепт буйынса һәр саҡ уңып бешә!

Ҡамыр өсөн кәрәк:
500 гр hөт,
3 йомортҡа,
3 аш ҡалағы манный,
2 аш ҡалағы шәкәр,
1 бал ҡалағы тоҙ,
1 аш ҡалағы аш hеркәhе.

Бөтәһен бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа яй ғына утта йылытып алабыҙ. Йылынғансы венчик менән болғатып торабыҙ.

Йылытылған һөт массаһына өҫтәйбеҙ:
сода - 1 бал ҡалағы,
он - 2 стакан,
һалҡын һыу - 1 стакан.

Венчик менән туғыйбыҙ. Ҡоймаҡ өсөн ҡамыр әҙер.
Утта табаны ҡыҙҙырабыҙ, майлайбыҙ ҙа ҡоймаҡтарҙы табаға ҡойоп бешереп алабыҙ. Табынға бирер алдынан ҡоймаҡтарҙы майлайбыҙ.
Читайте нас