Иҫ киткес тәмле ҡамырҙан бәлеш бешереп ҡарағығыҙ киләме? Түбәндәге рецептҡа күҙ һалайыҡ.
Ҡамыр өсөн: 50 грамм маргарин, бер ус шәкәр, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, ике аш ҡалағы майонез, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, бер семтем тоҙ, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), самалап он.
Онға ҡырғыстан үткәрелгән маргарин, шәкәр, ҡамыр ҡабартҡыс һалып уны ҡул менән ыуабыҙ. Шул масса өҫтөнә ҡалған ингредиенттарҙы һалып ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек өсөн: 200 г шәкәр, 200 гр он, 100 гр крахмал.
Ҡамырҙы бик йоҡа итмәйенсә генә йәйеп табаға һалдым. Ҡамыр өҫтөнә бер ҡат шәкәрле-крахмаллы ҡатнашма, аҙаҡ баланды һәм ҡалған ҡушылманы йәйеп бөтөрәбеҙ. Духовкала, 40 минут самаһы бешерәбеҙ.
Был ҡамыр башлыса алма бәлешенә тура килә, сөнки баландың әселеге ҡамырға һеңә.