Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Февраль 2021, 13:31

Ҡабаҡтан аш-пюре

Йәһәт кенә бешерелә, ресторандағы кеүек тәмле!

Йәһәт кенә бешерелә, ресторандағы кеүек тәмле!
Бындай аш витаминдарға ла бай.

500гр ҡабаҡ,
1 һуған,
1 тырнаҡ һарымһаҡ,
1 кружка һөт,
50 гр аҡ май,
тоҙ,
борос.

Әҙерләйбеҙ:
1. Ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ;
2. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ;
3. һарымһаҡты махсус ҡыҫҡыс аша үткәрәбеҙ.

Табаға аk майҙы эретеп һуғанды hәм hарымhаҡты 1 минут ҡыҙҙырабыҙ. Ҡабаҡты өҫтәп, өҫтөнә hыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып талғын утта быҡтырабыҙ.
Ҡабаҡ йомшарып бешкәс һөт, тоҙ hәм борос kушабыҙ ҙа блендер менән туғыйбыҙ. Аш-пюре әҙер.

Табынға биргәндә өҫтөнә киптерелгән икмәк hалабыҙ.
Читайте нас: