Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Февраль 2021, 21:50

Консерваланған балыҡтан кәтлиттәр

Кәрәк: 1 һауыт консерваланған майлы балыҡ, 1 ст дөгө, 1 йомортҡа, 1 бәйләм укроп, 2-3 аш ҡалағы он, бешереү өсөн көнбағыш майы, тоҙ, борос самалап.

Кәрәк: 1 һауыт консерваланған майлы балыҡ, 1 ст дөгө, 1 йомортҡа, 1 бәйләм укроп, 2-3 аш ҡалағы он, бешереү өсөн көнбағыш майы, тоҙ, борос самалап.
Дөгөнө тоҙло һыуҙа әҙер булғансы бешереп алабыҙ. Консерванан майҙы ағыҙабыҙ, балыҡты иҙәбеҙ. Дөгөгә балыҡты, йомортҡаны, туралған укропты, тоҙ, боросто бергә ҡушып, яҡшы ғына бутайбыҙ. Был ҡатнашманы ҡалаҡ менән алып онға әүәләп кәтлиттәр әҙерләйбеҙ. Уларҙы майланған табаға һалып ике яҡлап бешереп алабыҙ. Кәтлиттәрҙе табынға төрлө соустар менән бирһәгеҙ ҙә була.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: