Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Февраль 2021, 15:05

Әфлисун һәм йөҙөмдән кекс

Хуш еҫле, йомшаҡ кекс бешереп ҡарарға теләһәгеҙ, түбәндәге рецептҡа күҙ һалығыҙ.

Хуш еҫле, йомшаҡ кекс бешереп ҡарарға теләһәгеҙ, түбәндәге рецептҡа күҙ һалығыҙ.
Кәрәк: 3 йомортҡа, 100 мл әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы ҡырғыстан үткәрелгән әфлисун тышы, 180 мл көнбағыш майы, 1 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель), 250 гр он, 120 гр йөҙөм.
Йомортҡаларҙы шәкәр менән күпереп сыҡҡансы туғыйбыҙ. Әфлисун һуты, уның тышын, май ҡушып тағы ла бутайбыҙ. Артабан он һәм ҡамыр күперткесте һалып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамырға йөҙөм өҫтәп тағы ла уны ныҡлап баҫабыҙ. Майланған формаларға ҡамырҙы һалабыҙ. Кекстар духовкала 180 градуста 40-45 минут тирәһе бешеп сыға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: