Был ҡоймаҡты мин ғәҙәттә манный, һоло, талҡан менән эшләй торғайным, ә был юлы кукуруз ярмаһы менән бешерҙем. Ауылда бит теләгән ваҡытта магазинға йүгереп булмай, нимә бар шуның менән мөрхәмәтһенәһең.
Иҫ киткес тәмле килеп сыҡты! Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле, бик еңел рецепт!
2 стакан кукуруз ярмаһын миксерҙа ваҡлайбыҙ + 0,5 литр ойоған йылы һөт + 2 йомортҡа + 3 аш ҡалағы шәкәр = барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
Унан һуң, 1 стакан он + 1 балғалаҡ сода + 50 гр. көнбағыш майы +1 балғалаҡ тоҙ һалып, болғата-болғата + 1 стакан тирәһе ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ = барыһын бергә болғатабыҙ.
Бешергән береһен майлап ебәрһәң, иҫ киткес тәмле ҡоймаҡ әҙер!
Сәйҙәрегеҙ тәмле, һыйланышып ултырыр яҡындарығыҙ имен булһын, дуҫтарым!