Бындай салат өҫтәл табынын биҙәмәй ҡалмаҫ, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.
Кәрәк була: 1 һауыт консерваланған кукуруз, 400 гр бешкән тауыҡ ите, 200 гр маринадланған ҡыяр, 1 йомортҡа, майонез.
Йомортҡаны туғып табала ҡоймаҡ кеүек ике яҡлап бешереп алабыҙ. Аҙаҡ йоҡа киҫәктәргә телеп сығабыҙ. Өҫтөнә кукуруз, теленгән тауыҡ итен, майонез ҡушып салат әҙерләйбеҙ. Йәшел тәмләткестәр ҡушһағыҙ ҙа була.