Аш-һыу
1 Февраля 2021, 18:53

Сәк-сәк

Ҡамыр өсөн:

Ҡамыр өсөн:
4 йомортҡа (туңдырылған)
бал ҡалағы осонда тоҙ,
семтем сода,
2-3 стакан он.

Сироп өсөн:
4 аш ҡалағы бал,
4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо

Эретелгән йомортҡаны миксер менән әйләндерәбеҙ ҙә тоҙ, сода, он hалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 20-30 минут ял иттерәбеҙ.
Ял иттергәндән hуң, ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп 2 мм ҡалынлыҡта йәйәбеҙ ҙә, таҫмалар итеп киҫеп сығабыҙ.
Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта, ҡайнаған майҙа әҙ-әҙләп бешереп алабыҙ. Сәк-сәк бөтә яҡтан да тигеҙ бешhен өсөн, бешергәндә болғатып торабыҙ.
Сироп: бал менән шәкәрҙе эретәбеҙ. Сироп әҙер булғанын аңлар өсөн һыуыҡ һыуға тамыҙып ҡарайбыҙ,kатып ҡалһа сироп әҙер.
Бешкән сәк-сәктәрҙе ҙур һауытҡа бушатабыҙ, өҫтөнә сиропты ағыҙабыҙ ҙа, тиҙ-тиҙ генә,ҡулдарҙы һыуыҡ һыуға манып сәк-сәкте тарелкаға өйәбеҙ.
Читайте нас