Аш-һыу
30 Января 2021, 05:00

“Телде йоторлоҡ” бәлеше

Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 1 ст он, 1 ст кефир, 1 сәй ҡалағы сода.

Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 1 ст он, 1 ст кефир, 1 сәй ҡалағы сода.
Эслек өсөн: 300 гр фарш, 2-3 һуғанды шаҡмаҡлап турарға, самалап тоҙ, борос.
Кефирҙы сода менән бутап 5 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан ҡалған ҡатнашмаларҙы ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул манный бутҡаһын хәтерләтә. Форманы майлап өҫтөнә он һибеп ҡамырҙың ярты өлөшөн ағыҙабыҙ. Әҙерләнгән эслекте ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Аҙаҡ ҡалған ҡамырҙы ағыҙып бөтәбеҙ.
Духовкала 170 градусҡа ҡуйып 40 минутта бешереп алабыҙ. Эслекте төрлөсә әҙерләһәгеҙ ҙә була.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас