Ҡыҫтыбый — башҡорт милли аш-һыуының бер төрө.
Ҡамыр өсөн:
Он - 3 стакан,
Һөт - 200 мл,
Көнбағыш майы - 3 аш ҡалағы,
тоҙ - 0,5 бал ҡалағы,
Эслек өсөн:
Бәрәңге - 10 дана,
hуған - 1 дана,
Тоҙ.
Һөткә тоҙ, көнбағыш майын hалып болғатабыҙ ҙа он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 20 минут ял иттерәбеҙ. Таба ҙурлығына самалап ҡамырҙы бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығабыҙ ҙа йоҡа ғына итеп йәймә йәйәбеҙ. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алабыҙ. Йәймәләр һыуынмаҫ элек яртыһына эслек һалабыҙ. Икенсе яртыһы менән ҡаплайбыҙ.
Өҫтәлгә бирер алдынан тышын иретелгән аҡ май менән майлайбыҙ.