Шәкәр ҡомо-200+470 гр,
Агар-агар - 9 гр,
hыу - 150 мл,
йомортҡаның ағы - 1 дана.
1 аҙым. Тәрән һауытҡа пюре менән 200 гр шәкәрҙе бутап ултыртабыҙ.
2 аҙым. 2 литрлы кәстрүлгә hыу менән агар-агарҙы 10 минутҡа бутап ултыртабыҙ.
3 аҙым. Агар-агарҙы утҡа ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас өҫтөнә 470 гр шәкәр hалабыҙ, яй ғына утта 6-9 минут ҡайнатабыҙ.
Агар-агарҙы вилканан йәки kалаҡтан нәҙек кенә бау булып аҡҡанға тиклеп ҡайнатырға кәрәк (агар-агар өҙөлөп ағырға тейеш түгел) ул саҡта термометр 110 градусты күрһәтергә тейеш.
4 аҙым. Агар-агарҙы уттан алабыҙ.
5 аҙым. Алма пюреhына йомортkаның ярты ағын ҡоябыҙ hәм миксерҙың шәп тиҙлегендә әйләндерәбеҙ. Пюребыҙ күпереп, ағарып китергә тейеш.
6 аҙым. Пюреға йомортҡа ағының икенсе яртыhын hалабыҙ. Күперткәнсе миксер менән әйләндерәбеҙ.
7 аҙым. Артабан миксерҙы туҡтатмайынса әйләндереп торабыҙ өҫтөнә яйғына, нәҙек кенә итеп агар-агарҙы ҡоябыҙ. Был осраҡта ашығырға ярамай.
8 аҙым. 40 градусҡа еткәс агар-агар ҡуйыра башлай, шуға миксерҙы туҡтатмай әйләндерәбеҙ. Миксерҙа әйләндерелгән смесь саҡ ҡына йылы булғас, ул ҡуйырып китер. Ҡуйы, формаhын шәп тотhа миксерҙы туҡтатабыҙ.
9 аҙым. Мешоктың осон киҫеп, насадка кейҙерәбеҙ. Мешок эсенә ҡалаҡ менән ҡуйы сместы тултырабыҙ.
10 аҙым. Пергаменттың өҫтөнә зефирҙы насадканан сығарабыҙ, бүлмә температураһында 24 сәғәткә ҡалдырабыҙ.
11 аҙым. 24 сәғәттән hуң зефирҙы ипләп кенә алып, парлап (икеһен бергә йәбештереп) сығабыҙ. Өҫтөнә шәкәр пудраhы hибәбеҙ.
Алманан пюре: алма йомшарғанға тиклем духовкала бешерҙем, артабан сито аша сығарҙым.