Аш-һыу
26 Января 2021, 12:50

Кефирҙан ҡабартмалар

Бәләкәй ҡабартмалар (пончиктар) 15 минутта әҙер була.

Бәләкәй ҡабартмалар (пончиктар) 15 минутта әҙер була.
Кәрәк: 200 мл кефир, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа, ҡалаҡ осо менән генә ванилин, 50 гр аҡ май, 40-450 гр он, 1 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель), көнбағыш майы.
Аҡ май йомшаҡ булһын, уны йомортҡа һәм шәкәр менән туғығыҙ. Артабан кефир ҡушып тағы ла бутарға. Онға ванилин һәм күперткес һалып уны кефирлы ҡатнашма менән ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамыр артыҡ ҡаты булмаһын. Ҡамырҙы 1 см ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Уны стакан менән киҫеп пончиктар әҙерләйбеҙ. Аҙаҡ был йоморо киҫәктәрҙе май һалынған ҡайнар табаға һалып ике яҡлап бешерәбеҙ. Ҡағыҙ ашъяулыҡ йәйелгән һауытҡа пончиктарҙы теҙәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә бик тәмле килеп сыға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас