Бындай ҡамыр бәлешкә, пирожкиларға ла ярай.
Уның өсөн 0,5 литр һөт, 5 стакан он, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ҡамыр күперткес (дрожжи) кәрәк була.
Ҙур һауытҡа он менән ҡамыр күперкесте һалып бутайбыҙ. Артабан аҡрын ғына йылымыс һөт ҡоябыҙ. Аҙаҡ бер-бер артлы шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы өҫтәйбеҙ.
Барыһын бергә ҡалаҡ менән бутайбыҙ һәм тағы бер стакан он өҫтәйбеҙ. Ҡул менән яҡшылап баҫабыҙ һәм пакетҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Яҡынса 2 сәғәттән ҡамыр әҙер була. Әйтергә кәрәк, бындай ҡамырҙы һыуытҡыста оҙағыраҡ һаҡлап була.