Аш-һыу
22 Января 2021, 05:00

Манный ҡоймағы

Был манный ҡоймағын бешерер өсөн: бер ҡалаҡ ҡоро сөпрәне ярты стакан йылы һыуға бутап ҡабартырға ҡуябыҙ ҙа, 3 стакан манныйға ярты стакан ондо һалып бутайбыҙ, шуға 700—800 гр йылытылған һөттө (һөт бик ҡайнар булмаһын, ҡул бешмәҫлек булһын) һалып бутайбыҙ, манный бутҡаһы һымаҡ булһын.

Ҡабарып сыҡҡан сөпрәне ошо ҡатнашмаға һалып 45 минутҡа йылы урынға ҡабартырға ҡуйабыҙ. Ҡабарып сыҡҡас өс йомортҡа, самалап тоҙ, шәкәр ҡомо, бер-ике ҡалаҡ ҡомбағыш майы һалып бутайбыҙ ҙа, ярты сәғәткә йылы урынға алып ҡуябыҙ. Ҡоймаҡты бешерер алдынан ҡамырҙы бутамайбыҙ, бик шәп булмаған утта бешерәбеҙ.
Йома сәйебеҙ тәмле булһын. Йома мөбәрәк булһын!
Читайте нас