Аш-һыу
22 Января 2021, 13:00

Ҡаймаҡтан бәлеш

Бәлештең был төрө тиҙ әҙерләнеүе менән айырылып тора.

Бәлештең был төрө тиҙ әҙерләнеүе менән айырылып тора.
Кәрәк: 1 ст ҡаймаҡ, 1 ст шәкәр, 2-3 йомортҡа, 1 ст он, ¼ сәй ҡалағы сода йәки ҡамыр йомшартҡыс, ҡара ҡарағат, йөҙөм һәм сәтләүектәр ҡушһағыҙ ҙа була.
Йомортҡаларҙы шәкәр менән туғыйбыҙ. Артабан уға ҡаймаҡ, сода һәм он ҡушабыҙ. Ондо әҙ-әҙләп өҫтәйбеҙ, ҡамыр ҡоймаҡтыҡын хәтерләтә. Массаның яртыһын майлы табаға ағыҙабыҙ. Өҫтөнә туңған ҡара ҡарағатты һалып, ҡалған ҡамырҙы ағыҙабыҙ. Духовкала 180 градуста 30 минутта бешеп тә сыға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас