1 стакан һөт, 1 стакан һыу, 1 аш ҡалағы сүпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, саҡ ҡына он һалып ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡамыр әсеп сыҡҡас та самалап тоҙ һалып болғатабыҙ. Унан ярты стакан самаһы көнбағыш майы, он өҫтәп йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек өсөн бәрәңге бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытҡас, кәрәгенсә һөт һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Һуған, тоҙ, йомортҡа, май өҫтәйбеҙ. Был ризыҡтарҙы һәр кем үҙ самаһынан сығып һала инде. Бәрәңгене яҡшылап төйәбеҙ.
Ҡамыр әҙер булғандан һуң йәймәләр яһап, уртаһына бәрәңге һалып бәрәмәстәр яһайбыҙ. 180 градуслы мейестә бешереп алабыҙ. Бәрәместәрегеҙ тәмле булһын, ҡыҙҙар!